Башкурт в Турции

بسم الله الرحمن الرحيم1

Эй һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менан бер ҡатындан барлыҡҡа килтерҙек. Бер-берегеҙҙе белер өсөн һеҙҙе халыҡтар һәм ҡәбиләләр яһаныҡ. Арағыҙҙан Аллаһ ҡаршыһында иң хөрмәтле — иң тәҡүәлегеҙ. Аллаһ, ысынлап та, белә, хәбәрҙар!

Бүлмәләр сүрәһе 13-се аят.

 IMG_1700

Төркиә менән Башҡортостан араһындағы бәйләнештәр быуаттар төпкөлөнә барып тоташһа ла, башҡорттарҙың Төркиәгә эмиграцияһы аҙ өйрәнелгән күренеш булып ҡала килә.

Күптәр бәлки XVIII быуат баштарында башҡорттарҙың ханы Мораттың делегация менән төрөк солтаны Әхмәт III барып, башҡорт илен Ғосман империяһы составына индереүен һорағаны хаҡында ишеткәне барҙыр. Шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның арҡаҙаштарының йәки Әбдел-Хәмит Зөбәйер Ҡушай, Әхәт Сәлихов кеүек ғалимдарҙың Төркиәгә эмиграцияһы күптәргә мәғлүм. Һәм ошонда милләттәштәребеҙ хаҡында мәғлүмәт бөтә һымаҡ. Билдәле булыуынса, башҡорттар төрөк солтанына быға тиклем дә делегациялар ебәргән, ә инде башҡорттарҙың Төркиәгә эмиграцияһы Октябрь инҡилабынан күпкә алдараҡ башланған (быға Ғосман империяһының мөһәжирҙәрҙе ҡабул итеү буйынса сәйәсәте әүҙем булышлыҡ иткән) һәм хатта совет осоронда ла дауам иткән. Советтар Союзы тарҡалғас, Төркиәгә башҡорт эмиграцияһы (уҡыу, эшләү, ваҡытлыса йәки даими йәшәү ниәте менән) ҡайтанан башлана.

 

Ә золом күргәндән һуң Аллаһ хаҡы өсөн күсеп киткән кешеләр -, Беҙ уларға ошо донъяла бик һәйбәт урындар бүләбеҙ, ә әхирәт көнөнөң әжере — ҙурыраҡ, әгәр улар белһә ине.

Бал ҡорто сүрәһе 41-се аят.

 

Башҡорт эмиграцияһы этаптарына һәм башҡорт халҡының һанына күҙәтеү яһау һәм уны өйрәнеү мөмкинлеге юҡ тиерлек. Бының сәбәбе: күпселек документтар өйрәнелмәгән, ә Төркиә башҡорттары буйынса иһә махсус хеҙмәттәр юҡ. Төркиәлә йәшәүсе башҡорттарҙың иҫәбен алыу халыҡтың ныҡ таралып ултырыуы һәм шулай уҡ был илдә халыҡ иҫәбен алыуҙа кешенең милләте күрһәтелмәүе арҡаһында ҡатмарлаша. Шулай уҡ башҡорттарҙы ҡордтар, татарҙар йәки буҙҡорттар[2] менән бутауҙары ихтимал. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, Төркиәлә башҡорттар элек-электән йәшәй, «Башҡорт» фамилияһын йөрөтөүсе кешеләр һәм атамаһында «башҡорт» һүҙе булған тораҡ пункттар бар. «Башҡорт» фамилияһын йөрөтөүсе кешеләргә килгәндә, улар араһында этник башҡорттар ҙа һәм үҙ фамилияһының килеп сығышы хаҡында бер нәмә лә белмәгәндәр ҙә осрай. Ә инде тораҡ пункттарға килгәндә, беҙ уларҙың береһе хаҡында һөйләп китмәксебеҙ.

 

Кем Аллаһ юлы менән өйөнән күсеп китһә, Ер өҫтөндә киң торасаҡ урын һәм иркенлек табыр. Кем Аллаһ һәм Уның рәсүленә йүнәлеп өйөнән сыҡһа һәм шуның һуңынан уға үлем килһә, уның әжере Аллаһ өҫтөндә була: Аллаһ ярлыҡаусы, рәхимле!

Ҡатындар сүрәһе 100-се аят.

 

Чифтелер районы Үҙәк Анатолия төбәгенең Эскешәһәр провинцияһында урынлашҡан. Районда бик күп милләт вәкилдәре йәшәй. Атап әйткәндә, төрөктәр, ҡарасайҙар, черкестар, ҡырым татарҙары, ҡазан татарҙары, башҡорттар һ.б.

Район үҙәге Чифтелерҙан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай яҡынса 10 километр алыҫлыҡта Башҡорт тигән бер ҙур булмаған ауыл урынлашҡан. Урындағы халыҡ һөйләүенсә, әлеге көндәге ауыл иҫәп буйынса уның икенсе йәки өсөнсө ултырған урыны. Ауыл уға нигеҙ һалынғандан бирле Башҡорт тип аталған һәм атамаһын үҙгәртмәгән. Ауылдың тәүге ултырған урыны бынан көнбайыштараҡ, әлеге ауылдан йыраҡ түгел ерҙә, юл аша булған. Ләкин ул урында ниндәйҙер эпидемия тарала – быға бөжәктәр сәбәпсе була. Был эпидемия арҡаһында халыҡтың күп өлөшө ҡырыла (АЛЛАҺ уларға рәхимле булһын), ә иҫән ҡалғандары иһә башҡа ерҙәргә күсеп ултыра.[1] Урындағы халыҡ әйтеүенсә, күрше ҡарасай ауылында әлеге көндә лә бер нисә «башҡорт» ғаиләһе йәшәй. Бынан һуң, яҡынса 1926 йылда, Башҡорт ауылы яңы урынға, йәғни әлеге урынына, күсереп ултыртыла. Баштағы Башҡорт ауылының ултырған урыны, йорттарының емеректәре, ҡәберҙәре беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. Һөйләүҙәренсә, был ауылда «татарҙар» йәшәгән, шулай уҡ улар «башҡорттар» тип тә телгә алына – быны асыҡлап китә алманылар.[2] Сәбәбе: «татарҙар» тигәндә йыш ҡына Рәсәйҙәге һәр төрлө төрки һәм төрки булмаған халыҡтарҙы күҙ уңында тоталар. Шул уҡ ваҡытта, урындағы халыҡ һөйләүенсә, башҡорттар хаҡында ла белергә мөмкин.

Бәйән ителгән бер хикәйәгә ярашлы, хәҙерге ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Мәхмәт Туна. Ул сығышы менән Болгариянан булған һәм кешеләргә был ерҙәргә күсеп килергә булышлыҡ иткән. Урындағы халыҡ һөйләүенсә, әлеге көндә был ауылда ҡасандыр Болгариянан, Румыниянан, Македониянан күсеп килгәндәрҙең нәҫелдәре йәшәй. Ә инде баштағы Башҡорт ауылында йәшәгәндәрҙең нәҫелдәре юҡ. Ләкин шулай ҙа урындағы халыҡ башҡорттар һәм Башҡортостан хаҡында белә.

Милләт хаҡындағы һорауҙарға килгәндә, урындағы халыҡ үҙен «мөһәжирҙәр»[3] йәки «күскенселәр» тип атай. Ауылда барлығы яҡынса 160 кеше йәшәй. Уларҙың күпселеген өлкән быуын вәкилдәре (65 йәштән алып) тәшкил итә.

Ауылдың тәүге мәсете 1929 йылда төҙөлә. Әлеге мәсеткә 1947 йылда нигеҙ һалына. Элегерәк ауылда мәктәп һәм дауахана эшләп килгән. Мәктәп йәшендәге балалар аҙ булыу сәбәпле мәктәпте япҡандар.[3] Шунлыҡтан балалар район үҙәге Чифтелерҙа уҡый.

Урындағы халыҡ ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Атап әйткәндә, улар һарыҡ, әҙләп һыйыр малы үрсетә; сөгөлдөр, кукуруз, арпа, бойҙай һәм башҡа төр культуралар үҫтерә.

Ауылда шулай уҡ Башҡорт тип аталған ер аҫты һыу сығанаҡтары аға.

Шулай итеп, хәҙерге Башҡорт ауылына кәм тигәндә ике тапҡыр нигеҙ һалынған. Унда башлыса Беренсе донъя һуғышынан һуң Балҡан ярымутрауынан күсеп килгәндәрҙең нәҫелдәре йәшәй.

Баштағы Башҡорт ауылына нисәнсе йылда нигеҙ һалынғанын һәм уның милли составы ниндәй булғанын теүәл генә асыҡлап булманы. Ләкин унда этник башҡорттарҙың да булыуы бар. Күрәһең, уларҙың күбеһе эпидемиялар арҡаһында үлеп ҡалған, ә ҡалғандары иһә башҡа ерҙәргә күсеп ултырған.

 

Сығанаҡтар:

[1] Усман, Башҡорт ауылы.

[2] Фәрүҡ Шәшмәҙ, Башҡорт ауылы.

[3] www.baskurtkoyu.com

 

 

Ырыҫҡолов Радик, Шаһиәхмәтова Наилә.

По вопросам rados2011@gmail.com


[1] БисмиЛЛӘҺи-р-Рәхмәни-р-Рәхим.

[2] Буҙҡорт (төрөксәнән — bozkurt «буҙ бүре») — Төркиә милләтселәре ойошмаһы.

[3] Мөһәжир — яңы ергә күсеп китеүсе.

Нравится
15 августа 2018